+22 °С
Ямғыр
Тәүәкән ауылының "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә былай тип яҙалар:
"Элек-электән ауыл, ырыу аҡһаҡалдары булған. Иң абруйлы һүҙ уларҙыҡы һаналған. Тормошобоҙҙағы эскелек афәте күптәрҙе уйландыра. Ғаилә ҡороу мәсьәләһе лә көнүҙәк булып тора. Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләре аҙ түгел. Нәҡ ошоға бәйле, ир-уҙамандар ҡорға йыйылды. Ауыл халҡын борсоған мәсьәләләрҙең кәңәшләшеп эшләй торғандары байтаҡ. Ошоно иҫәпкә алып Аҡһаҡалдар ҡоро ойошторолдо".
Аҡһаҡалдарға ауыл мәнфәғәтенә эшмәкәрлектәрендә уңыштар!
Әйткәндәй, тәүәкәндәр "Айыҡ ауыл" республика конкурсында район данын яҡлай. Айыҡлыҡҡа юл - бәхеткә һәм муллыҡҡа юл ул. Ниәтегеҙ тормошҡа ашһын!