2024 йылдың ноябрендә "Ниссан Кашкай" маркалы автомобиль менән идара иткән ирҙе ДАИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса уның иҫерек булыуы асыҡлана. Ә бит ул ике аҙна элек кенә эсеп машинала йөрөгәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған була.
Суд уға 2 йыл 6 айға транспорт саралары менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеп, 300 сәғәт мәжбүри эш төрөндә яза тәғәйенләй, шулай уҡ дәүләткә килемгә сит ил автомобилен конфискациялай.
Фото: