Бөтә яңылыҡтар
10

Йәш ҡыҙҙың түшенә һыуыҡ үтһәсе?!

Бөгөн иртән Благовещендың Седов урамында 17 йәшлек ҡыҙ ярым яланғас килеш "ВАЗ-2104" ҡыйығында кеше аптыратып шарылдап йөрөгән. 

Йәш ҡыҙҙың түшенә һыуыҡ үтһәсе?!
Йәш ҡыҙҙың түшенә һыуыҡ үтһәсе?!

Благовещен районы Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙы автомобиль ҡыйығында ташыған водителде тапҡан.

Социаль селтәрҙәрҙе күҙәтеү барышында водителдең кешенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, уны автомобиль ҡыйығына ултыртып йөрөткәнен күрһәткән видеояҙма табылған. Благовещен районы Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре был факт буйынса тикшереү башлай, тиҙ арала водитель һәм пассажирҙарҙың шәхестәрен асыҡлай.

Асыҡланыуынса, бөгөн иртәнсәк Благовещендың Седов урамында 39 йәшлек урындағы кеше "ВАЗ-2104" машинаһы ҡыйығында 17 йәшлек ҡыҙҙы йөрөткән. Уның 37 йәшлек пассажиры, тәҙрәнән яртылаш сығып, быны телефонына төшөрә.

Автоһәүәҫкәрҙе пассажирҙар ташыу ҡағиҙәләрен боҙғаны, пассажирҙың ҡайышты эләктермәгәне, ОСАГО полисында күрһәтелмәгән транспорт сараһы менән идара иткәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттыралар. Видеоға төшөргән пассажир ҙа ҡайышын эләктермәгән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Шулай уҡ бәлиғ булмаған баланың ата-әсәһен административ яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһе ҡарала.

- Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, ғәҙәти булмаған видеоны төшөрөргә маташып, хәүеф-хәтәргә юлыҡмағыҙ. Автоһәләкәткә эләгеп, имгәнергә мөмкин, - тип иҫкәртә баш автоинспектор Владимир Севастьянов. - Юлдарҙа хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүгә битараф булмаҫҡа саҡырам.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001716757225

@mashbatash 

Йәш ҡыҙҙың түшенә һыуыҡ үтһәсе?!
Йәш ҡыҙҙың түшенә һыуыҡ үтһәсе?!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: