Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Март 2025, 07:00

Матур булырға ынтылып, саҡ үлмәгән!

Матурлыҡ ҡорбаны: Өфөнән бер һылыу ҡыҙ башына мезотерапия эшләткән һәм уның... сепсис башланған. 

Матур булырға ынтылып, саҡ үлмәгән!Матур булырға ынтылып, саҡ үлмәгән!
Матур булырға ынтылып, саҡ үлмәгән!

Уны үлемдән табиптар ҡотҡарып алып ҡалған.

Сифатһыҙ косметологик хеҙмәттәр күрһәтеү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

- Өфө ҡалаһының Киров районы буйынса тәфтиш бүлеге тарафынан РФ Енәйәт кодексының 238-се статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды (хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү), - тип белдерә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. - Тикшереү версияһы буйынса, ағымдағы йылдың февралендә Өфөнөң косметология клиникаларының береһендә баштың сәс өлөшөнә мезотерапия процедураһы үткәрелә, унан һуң пациенттың хәле киҫкен насарая һәм ул "бактериаль инфекция" диагнозы менән дауаханаға оҙатыла. Әлеге ваҡытта ваҡиғаның бөтә шарттарын, һаулыҡҡа килтерелгән зыяндың ауырлығын һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең хәүефһеҙлек талаптарына тап килеүен асыҡлауға йүнәлтелгән тәфтиш эштәре һәм эксперт тикшереүҙәре үткәрелә.

Фото: "Честный репортаж".

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас