Бөгөн Архангел районының Оҙонлар ауылынан алыҫ булмаған Инйәр йылғаһында боҙҙо шартлатыу үткәрелде. Эш график буйынса бара, борсолорға кәрәкмәй.
Быйыл 27 муниципаль берәмек биләмәһендә 67 хәүефле участка контролдә тотола.
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының пилотһыҙ авиацияһы тарафынан республика йылғаларында боҙ хәле даими тикшерелеп тора.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001232339306