2024 йылдың июнендә ир иҫерек килеш "ВАЗ 2107" автомобиле менән идара иткәндә юлдан осоп төшөп, ағасҡа бәрелә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә автомобилдең 53 йәшлек пассажиры авария урынында һәләк була, икенсе пассажир ауыр йәрәхәтләнә.
Суд ирҙе 5 йылға иркенән мәхрүм итә, 3 йылға транспорт саралары менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итә.
Шулай уҡ һәләк булған ирҙең туғандары файҙаһына дөйөм суммаһы 2 миллион һумлыҡ рухи зыянды ҡаплауҙы талап итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.