Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Марта 2025, 11:30

"Супер-ҡатын-ҡыҙҙар"!

Белорет районы Асы ауылында 8 март байрамы айҡанлы "Супер-ҡатын-ҡыҙҙар" конкурсы ойошторолған. Бәйге Асы, Береш, Йөйәк ауылдарынан сағыу командаларҙы берләштергән. Асы ауылы хәбәрсеһе Зәлиә Байегетованың яҙмаһы ошо хаҡта.

"Супер-ҡатын-ҡыҙҙар"!"Супер-ҡатын-ҡыҙҙар"!
"Супер-ҡатын-ҡыҙҙар"!

- Йылдағыса көтөп алған ҡатын-ҡыҙҙар байрамы төрлө күңелле саралар, уйындар, йыр-моң аша күңелдәрҙе тирбәлтеп үтеп китә. Быйыл да Асы ауылы мәҙәниәт йортонда үткәрелгән "Супер-ҡатын-ҡыҙҙар" конкурсы һәр кемдең күңелендә иҫтә ҡалырлыҡ шәп сара булды. Ҡунаҡтарҙы фойела оҫталарҙың зауыҡлы ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡаршы алды.

Матурлыҡ, ижад бәйгеһендә Асы, Береш, Йөйәк ауылдары командалары ҡатнашты. Йәрәбә һалынғандан һуң конкурс сәләмләүҙән башланды. Ҡатнашыусылар үҙенсәлекле исемдәрен, девиздарын оло тулҡынланыу менән яңғыратып, командалары менән таныштырҙы. Артабан конкурсанттар үҙҙәренең һәләттәрен төрлө өлкәләрҙә күрһәтте, хатта милли башҡорт ризығы йыуаса ла әҙерләне.

Сығыштар араһындағы тәнәфестәрҙә "Еңгәләр" халыҡ фольклор солистары тамашасыларҙы моңло йырҙары менән ҡыуандырҙы.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Асы ауылынан "Уңғандар"командаһы - "Йыл командаһы", Йөйәк ауылынан "Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта" командаһы - "Йыл таланты", ә Береш ауылынан "Әхирәттәр" командаһы "Илһамландырыусы" номинацияһында билдәләнде.

Шундай күркәм, йөрәккә үткән гүзәл, шәп тамаша өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Ижадығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен!

Зәлиә Байегетова, Асы ауылы.

Фото: З.Байегетова.

 

"Супер-ҡатын-ҡыҙҙар"!
"Супер-ҡатын-ҡыҙҙар"!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас