Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы физик шәхестәрҙең килеменә һалым түләү кампанияһының яҡынса йомғаҡтарын хәбәр итте. 1 миллион һумдан ашыу килемде - 87 мең кеше, ә 1 миллиард һумдан ашыу килемде төбәктең 21 кешеһе белдерә.
Сағыштырыу өсөн: 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 10 миллиардер һәм 29,5 мең миллионер иҫәпләнгән.
Был турала "Башинформ" хәбәр итә.
Фото: https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-03-10/stalo-izvestno-skolko-milliarderov-zhivut-v-bashkirii-4150574