Тыванан медик Айдысмаа Могуш контракт буйынса махсус хәрби операцияға киткән ире артынан һуғышҡа юллана. Тормош иптәшенең часынан 40 саҡырым алыҫлыҡтағы хәрби подразделениела эшләһә лә, улар йыллап осрашмай. Ә бер яуҙа ,эвакуация взводын оҙатыусы медицина хеҙмәткәре булараҡ, һәләк булған ирен яңғыҙы һуғыш яланынан алып сыға.
«Бына шулай беҙ осраштыҡ һәм өйөбөҙгә ҡайттыҡ», – ти ауыр мәлдәрен хәтерләп Айдысмаа.
Ҡыйыу һәм тәүәккәл Тыва ҡыҙы - өс бала әсәһе.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.