Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Март 2025, 10:30

МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһенә торлаҡ сертификаты тапшырғандар

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһенә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам иткәндәр.

МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһенә  торлаҡ сертификаты тапшырғандар
МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһенә торлаҡ сертификаты тапшырғандар

 Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин дүрт балалы ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификат тапшырған.   Ғаилә башлығы – махсус хәрби операцияла.  «Ғаиләне ошо матур ваҡиға менән ҡотлап, Рәсәй Федерацияһы дәүләт программаһы сертификатын тапшырҙым», – тип хәбәр итә Айҙар Әнғәм улы социаль селтәрҙәрҙә.  Уның әйтеүенсә, был йүнәлештә эш артабан да дауам итәсәк.  

Фото:социаль селтәрҙәрҙән.  

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас