*Дегәнәк тамыры эсергә кәрәк. Уны әҙерләү өсөн 1 стакан тамырға 500 мл һыу ҡойоп, талғын утта 10 минут ҡайнатырға. Һуңынан һөҙөп алғандан һуң көнөнә 50 - 70 мл эсергә мөмкин.
*Көнөнә өс тапҡыр бер ҡалаҡ баланды һөйәктәре менән бергә ашарға кәңәш ителә. Әҙерәк кенә бал да ҡушырға ярай.
*Көн һайын иртәнге аш алдынан ике балғалаҡ һыра әсеткеһе ашарға мөмкин.
*Көнөнә бер-ике тапҡыр биткә яңы һығылған петрушка йәиһә юл япрағы һуты менән һөртөргә.
*Даими рәүештә биткә бөтнөк төнәтмәһе һөртөргә була. (500 миллилитрға 100 мл үлән).
*Үҫмерҙәрҙең бите боҙолғанда ҡабаҡ емештәре ашарға кәңәш ителә.
*Битте ҡыҙыл һытҡылар баҫҡанда 2 ҡалаҡ дегәнәк тамыры, бер ҡалаҡ глицерин, бер балғалаҡ лимон һуты һәм бер йомортҡа ағы ҡушып бутарға ла төнгөлөккә биткә һыларға була.