Таң һыҙыла
Таң һыҙыла, нурға мансый ерҙе,
Ҡыҙыл төҫө – ҡан тамсыһы кеүек.
Олатайҙар һаҡлап тыуған ерен,
Башын һалды сит ят ерҙәр китеп.
Уларҙы бит бер кем яҡламаны,
Яраларҙан һаҡлап һыйпаманы.
Ғазаптарға түҙә алмағанда,
Бер кем килеп өмөт ҡуптарманы.
Яу эсендә үтте ғүмерҙәре,
Тыныс тормош насип булманы.
Яҡындарын һағынған минутта,
Ҡорал ҡосоп күҙ йәше тамды.
Ҡулы төшһә, ҡылыс һынған саҡта,
Татынылар еңелеү әсеһен.
Еңдем тигәндәре еңелделәр,
Ҡаты һуғыштарҙа- иҫ киткес.
Әле лә бит әүәлге шикелле,
Ҡырылалар ҡаты алышта.
Тыуған илгә ҡалҡан булып улар,
Һуңғы һулыш ала һуғышта.
Ҡара уйҙар солғап алған мәлдә,
Берәү килеп һине алдаһа.
Ҡурҡмай ғына атла, батыр булһаң,
Һаҡлап ҡалыр һине Аллаһы.
Бәлә килһә, ҡайғы ябырылһа,
Уралғанда ҡара болоттар.
Нисек һаҡлап ҡалырһың илеңде,
Ҡалҡан булып үҫмәһә улдар.
Аллаһ биргән аҡыл, уй һәм зиһен,
Яҙмышыңды үҙ иңеңә һалған.
Асып ҡуйған өмөт ишектәрен,
Алға ынтыл,артта нимә ҡалған.
Тыуған илде һаҡлап, ҡалҡан булып,
Нисәмә ир яуҙа ҡырылған.
Минең олатай ҙа шунда ҡалды,
Ул да һуғыштарҙа юғалған.
Һыҙылып таң ата, нурҙар һибә,
Тауҙар ялҡын булып тоҡана.
Яуҙа ятып ҡалған батырҙарҙың
Исемдәре мәңге һаҡлана!
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)