"Айыҡ ауыл" республика конкурсының финалында ҡатнашыусы Тәүәкән ауылы (Күгәрсен районы) халҡы ла мал ҡәҙерен белә. Өй һайын - ҡура тулы мал. Тырыштар көн итә был ауылда.
"Халҡыбыҙҙа “ыуыҙ ҡоймағы” тигән йола йәшәй. Ауылда һыйырҙар быҙаулай башланы ла инде. Ысынлап та, һөттән ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәйбеҙ! Ҡаймағы ла, эремсеге лә, ҡатығы ла, ҡорото ла... Ағы барҙың – туғы бар, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Һыйыр быҙаулағас та ыуыҙҙан ҡоймаҡ ҡойоп, күрше-тирәне һыйлау – ауылыбыҙҙа борондан ҡалған йолаһы бөгөн дә йәшәй. Бына Рузалия Ташбулатова ыуыҙ ҡоймағы сәйенә күршеләрен саҡырҙы. Йор һүҙле, киң күңелле, уңған, ярҙамсыл хужабикәләр был йоланы йыл һайын үткәрә.
Ыуыҙ ҡоймағы менән һыйланыусылар рәхмәт әйтеп, матур теләктәрен еткерҙе. “Ағы ла үҙегеҙгә булһын, түле лә үҙегеҙгә булһын”, - тип теләнеләр. Йәғни, көткән малығыҙҙың һөтө-ҡаймағы ла, һыйырығыҙҙың алдағы тоҡомо ла ҡотло булһын, үҙегеҙгә яҙһын тигән тәрән мәғәнә бирелә", - тип яҙалар ауыл төркөмөндә. Машаллаһ!