Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2025, 11:02

Миллиондар кеҫәһенә аҡҡан

Өфө ҡалаһының Киров район суды "Башҡортостан Республикаһының фәнде, юғары белемде һәм инновацияларҙы стратегик үҫтереү үҙәге" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының элекке генераль директорына хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул 18 миллион һумлыҡ мутлашыуҙа ғәйепле тип табыла.

Миллиондар кеҫәһенә аҡҡанМиллиондар кеҫәһенә аҡҡан
Миллиондар кеҫәһенә аҡҡан

Судта асыҡланыуынса, 2022 йылдың сентябренән декабренә тиклем ойошма етәксеһе "Башҡортостан Республикаһы ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһы" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән ғилми-тикшеренеү эштәрен үткәреү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә ялған килешеүҙәр төҙөгән. Башҡарылмаған эштәрҙе ҡабул итеү акттарын эшләп, ғәйепләнеүсе уларға түләү яһай. Шулай итеп ул "Фән" милли проекты сиктәрендә сараларҙы тормошҡа ашырыуға бүленгән 18 миллион һумдан ашыу аҡсаны урлай.

Суд, дәүләт ғәйепләүсеһенең ҡарашын иҫәпкә алып, ғәйеплегә дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 4 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй. Шулай уҡ суд прокурорҙың килтерелгән зыянды түләтеү тураһындағы дәғүәһен ҡәнәғәтләндерә.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001210634465

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас