Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Март 2025, 16:00

Әйҙәгеҙ, тоғро ҡалайыҡ

Әйҙәгеҙ, тоғро ҡалайыҡТыуған ил, тыуған ергә.Дошмандарҙы еңәсәкбеҙ,Булһаҡ әгәр, беҙ бергә!Ярҙам ҡулын һуҙайыҡсыҠаһарман яугирҙәргә.Йән аямай яуға кергәнАҫыл, батыр ирҙәргә!Ни тиһәңдә, беҙ - башҡорттар,Арҡа терәрлек халыҡ.Намыҫ тигән төшөнсәнеЙөрәк түренә һалып.Уйланайыҡ, ашығайыҡҺуҙырға ярҙам ҡулын.Яу ҡырынан өмөтләнепКемдер көтәлер улын...Кемдер атаһын юҡһыныпКүрәлер төштәрендә.Ярҙам - Еңеү яҡынайтыр,Барып етһен мәлендә!...Унда ауыр. Һалдат өсөнҠәҙерле ризыҡ, кейем.Кемдер таҡталар табышһын,Берәүҙәр балта, сөйөн!Блиндаж булһа, яугирҙәргәБулыр ышыҡ, йылыраҡ.Дошмандарҙы дөмбәҫләрҙәрКөс - хәл йыйнап, нығыраҡ!Барыһы ла кәрәк унда:Тепловизор, май шәме."УАЗ" -ик, "Нива", домкрат, көрәк,Йылы хат - күңел йәме!Кәрәк унда бинт, дарыуҙар,Бирешмәһендәр сиргә.Яраланғандар һауыҡһын, -Теләгем шул, беҙ бергә!Дошман аяҡ баҫалмаһынТыуған ил, тыуған ергә....Еңеү беҙҙең яҡта булыр,Беҙ көслө һәм беҙ бергә!Рамай Кагиров

Әйҙәгеҙ, тоғро ҡалайыҡӘйҙәгеҙ, тоғро ҡалайыҡ
Әйҙәгеҙ, тоғро ҡалайыҡ

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас