Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Март 2025, 16:15

Һинд егете башҡорт телен өйрәнә

Бөгөн һинд егетенең Башҡортостан тәбиғәтенә һоҡланып йырлап ебәреүен яҙған инек. Баҡтиһәң, ул тәбиғәткә генә ғашиҡ түгел, ә башҡорт телен дә ярата икән.

Тханедар Самир Сулеманбаша Һиндостандан табип һөнәрен үҙләштерергә килә һәм буш ваҡытында республика буйлап сәйәхәт итә, халҡыбыҙҙың йолаларын, аш-һыуын, телен өйрәнә.

Был юлы ла ул Ғафури районының Толпар ауылына бара. Бында уны урындағы туризмды үҫтереүселәр Ләйсән һәм Марс Шәйәхмәтовтар ҡаршы ала. Ғәҙәттәгесә, һәр бер киләгән ҡунаҡ милли ризыҡ менән һыйлана һәм хозур тәбиғәт буйлап сәйәхәт итергә сыға.

Был юлы ҡунаҡтар  Мәмбәт ҡаяһына юл тота.

  • Башҡортостан шул тиклем матур, ә халҡы шул тиклем ихлас. Ошо мөхит мине телде өйрәнергә этәргес булды ла инде, – ти Самир.
Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас