Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Март 2025, 11:00

Тотош бер ғаилә ағыуланған

БР буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, шәхси йортта йәшәүсе ҡатын һыу йылытырға булған...  

Тотош бер ғаилә ағыуланғанТотош бер ғаилә ағыуланған
Тотош бер ғаилә ағыуланған

Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында кисә кис булған күңелһеҙ хәл был. Ишле ғаилә зыян күргән.

Өйҙә биш балаһы менән булған әсә газ плитаһына һыу йылытырға ултыртҡан. Ҡапыл газ еҫе ныҡ сығып, өйҙәгеләрҙең барыһы ла үҙҙәрен насар тойған.

Баҡһаң, газ сығып торған икән. Алты кешене дауаханаға һалғандар. Балаларҙың иң бәләкәйенә - бер, иң өлкәненә туғыҙ йәш. Әле һаулыҡтары яҡшырған. Өйҙө тәфтиш-оператив төркөмө хеҙмәткәрҙәре тикшергән. Прокуратура ла контролдә тота. Күҙәтеү органдары ла унда белгес ебәргән.

Йәмәғәт, газ менән һаҡ булығыҙ! Уның төҙөклөгөн тикшереп-тикшертеп кенә тороғоҙ!

 

 

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас