1. "Дәүләт хеҙмәттәре"нә инегеҙ.
2. Һул яҡта өҫтә "самозапрет на кредит" тигәнгә баҫығыҙ.
3. Робот Макс тәҡдим иткән яҙмаларҙың "установление запрета" тигәненә баҫығыҙ.
4. Ғәмәлдәр тәртибендә - "Перейдите к услуге".
а). Мәғлүмәт менән танышығыҙ.
Үҙегеҙгә бөтөнләй ышаныс булмаһа (мәҫәлән, гипнозға бирелеүегеҙ йәки кеше йоғонтоһона тиҙ бирелеүегеҙ ихтималлығы булғанда) "полный запрет"ты һайлай алаһығыҙ, ә башҡаларға "на дистанционное и очное получение кредита в кредитной или микрофинансовой организации" тигәнде һайлау яҡшыраҡ булыр.
"Полный запрет" тигәнде һайлаһағыҙ ҙа, һуңынан уны, ысынлап та, кредит үҙегеҙгә талап ителгән осраҡта, шул уҡ "Дәүләт хеҙмәттәре" аша ғәмәлдән сығара алаһығыҙ.
б). Шул уҡ биттә аҫта "начать" тигәнгә баҫаһығыҙ.
5. Шәхси мәғлүмәттәр дөрөҫ булһа, "верно" тигәнгә баҫаһығыҙ.
6. Тыйыуҙың төрөн һайлап баҫығыҙ: "полный" йәки "частичный".
а) "полный" тигәнде һайлаһағыҙ, шунда уҡ ҡултамға ҡуйырға мөмкин.
б) ниндәй ҡултамғаны ҡулланырға теләйһегеҙ тигәндә ПЭП иң ҡулайы булыр кеүек (ул шул уҡ "Дәүләт хеҙмәттәре"ндәге иҫәп ярҙамында ҡуйыла).
в). "частичный" тигәнде һайлаһағыҙ, ниндәй ойошмаларға тыйыуҙы рәсмиләштергәнегеҙҙе аныҡларға кәрәк.
"кредитные", "микрофинансовые", "кредитные и микрофинансовые".
Моғайын да, "кредитные и микрофинансовые" иң ҡулайы булыр.
Унда "на дистанционную выдачу кредита" йәки "на очную и дистанционную выдачу кредита" тигәндең икеһенең береһен һайлағыҙ.
Аҙаҡ ҡултамғаны һайлап баҫаһығыҙ һәм ғаризаны ебәрәһегеҙ.
Ике көндән уведомление киләсәк. Үҙегеҙ ҙә, аҡсағыҙ ҙа имен булһын!
Фото: автор.