Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Март 2025, 07:32

Һәр мәсьәлә үҙ сиратында хәл ителәсәк

Республика Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре менән осрашыуҙа Әбйәлил районы халҡы үҙ проблемалары менән уртаҡлашты.

Һәр мәсьәлә үҙ сиратында хәл ителәсәкҺәр мәсьәлә үҙ сиратында хәл ителәсәк
Һәр мәсьәлә үҙ сиратында хәл ителәсәк

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Гусев ауыл биләмәһе халҡы өсөн диалог майҙансығы ойошторҙо. Сарала район Советы секретары Булат Исламбаев ҡатнашты. Ул Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов менән таныштырҙы.

Данияр Абдрахманов үҙ сиратында эшмәкәрлектең структураһы һәм төп йүнәлештәре хаҡында һөйләп үтте.

Республиканың Йәмәғәт палатаһы составына йәмәғәт башланғысында эш алып барыусы 30 кеше инә.

- Уның төп бурысы - йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ябай граждандар һәм власть органдары араһында диалог майҙансығы булып сығыш яһау, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды үҙ сығышында Данияр Мәүлийәр улы.

Артабан ул һорау биргән һәр кешене иғтибар менән тыңлап, дөйөм фекер алышыу өсөн сығарылған һәр мәсьәләгә яуап бирҙе.

Юлдар, һыу, мәҙәниәт учреждениелары, ФАП-тар, газ, хужаһыҙ йөрөгән мал - был урындағы халыҡты борсоған төп мәсьәләләрҙең тулы булмаған исемлеге.

Гусев ауылының китапханаһында, Тал-Ҡусҡар ауылының ауыл клубында һыуыҡ, ике ауылдың да фельдшер-акушер пунктында һыу юҡ, Иҙәш-Ҡусҡар ауылы клубының түшәме емерелеп төшөп бара...

24 йорттан торған Борисовка ауылына газ үткәреү тураһында үтенес менән урындағы староста мөрәжәғәт итә. Тал-Ҡусҡар ауылынан ауыл советы депутаты Гөлниса Ниғмәтуллинаны ауылдың йөҙөн боҙған емерек йорттар һәм ҡоролмалар проблемаһы борсой.

Гусев ауылында йәшәүсе Рәшит Сәғитов районда РМК эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды.

- Был урында баҡыр булыу-булмауы тураһында геологик тикшеренеүҙәр әле башланмаған, - тип яуап бирҙеләр уға.

Шулай уҡ халыҡтан мәктәпкәсә учреждениелағы эштәр торошо, балалар спортын үҫтереү, юлдарҙы һәм күперҙәрҙе ремонтлау, торлаҡ төҙөү өсөн ер участкалары бүлеү тураһында һорауҙар яңғыраны.

Осрашыу, әйтергә кәрәк, дуҫтарса шарттарҙа үтте. Иң мөһиме, сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе һорау бирергә һәм Йәмәғәт палатаһы ағзаларына яҙма мөрәжәғәт ҡалдырырға мөмкинселек алды.

Сара һуңында Совет секретары Булат Исламбаев Данияр Абдрахмановҡа халыҡ менән ихлас аралашыуы өсөн изге теләктәрен еткерҙе. Ә Данияр Мәүлийәр улы, үҙ сиратында, бындай сәфәрҙәр даими буласаҡ, тип вәғәҙә итте һәм диалог майҙансығында ҡатнашыусыларға конструктив һөйләшеү өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Халыҡтан килгән бөтә мөрәжәғәттәр башҡарма һәм муниципаль властың профилле органдарына ебәрелә, мөрәжәғәттәр буйынса яуаптар Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының даими контролендә, - тип ышандырҙы ул Гусев ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙе.

Автор:Гөлсөм Хәкимова.

Фото: https://abzelil.com/articles/obshchestvo/2025-02-28/kazhdyy-vopros-naydet-svoe-reshenie-4140137

Һәр мәсьәлә үҙ сиратында хәл ителәсәк
Һәр мәсьәлә үҙ сиратында хәл ителәсәк
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас