Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Март 2025, 12:40

Пособие ҡасан күсә?

Балалы ғаиләләргә февраль айы өсөн аҡса карталарға һәм иҫәптәргә 3, 5 һәм 7 мартта күсерелә, тип белдерҙеләр Рәсәй Социаль фондында.  

Пособие ҡасан күсә?Пособие ҡасан күсә?
Пособие ҡасан күсә?

«Әгәр түләү датаһы ял көнөнә тура килһә, аҡса бер көнгә алдараҡ күсерелә. Шуға күрә мартта баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләү буйынса пособие 8-ендә түгел, ә 7-һендә түләнә, — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Социаль фондта. — Әгәр пособие иртәнсәк килмәһә, кискә тиклем көтөргә кәрәк».

Почта аша пособие почта бүлексәһенең эш графигына ярашлы айҙың 1-25-се көндәрендә килә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас