Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Март 2025, 13:36

Ир яҡындарын бәләгә тарытҡан

Нефтекама ҡалаһында бер ир үҙенең яҡындары өсөн матди проблемалар тыуҙырған.

Ир яҡындарын бәләгә тарытҡанИр яҡындарын бәләгә тарытҡан
Ир яҡындарын бәләгә тарытҡан

Аҡса мәсьәләләрен хәл итергә тырышып, ир мутлашыусыларҙы ҡатынына һәм һеңлеһенә "йүнәлткән".

Ике ҡатын бер юлы Нефтекама ҡала полицияһына мөрәжәғәт итә. Улар “туғанығыҙ аварияға эләккән” схемаһы буйынса эшләгән муттар хәйләләренә эләккән.

Баҡтиһәң, мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһенең ире, икенсеһенең ағаһы булған ҡала кешеһе интернеттан финанс мәсьәләләрен хәл итеү буйынса белгес табырға булған. Билдәһеҙ кеше уға телефон аша “ярҙам итергә” вәғәҙә биргән. Мутлашыусы иҫәп номерҙарын, үҙенең һәм тағы ике гаранттың шәхси мәғлүмәттәрен әйтеүен һораған. Ир ҡатыны менән апаһының шәхси мәғлүмәттәрен "вис һатҡан". Ошо мәғлүмәтте файҙаланып, мутлашыусылар ҡатындарға шылтыратып, ирҙең “аварияға эләгеүен”, ашығыс рәүештә аҡса кәрәклеген белдергән.

Ҡатындар кредит алып, аҡсаны ирҙең иҫәбенә күсергән, унан аҡсаны артабан мутлашыусылар үҙҙәренә күсергән. Дөйөм алғанда, ҡатындар 1,5 миллион һумға яҡын аҡса юғалтҡан.

Ошоларҙан сығып, Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эштәре асылған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: билдәһеҙ кешеләр дуҫығыҙ йәки яҡын кешегеҙҙең бәләгә тарыуы тураһында хәбәр итһә, үҙегеҙ белгән номер буйынса шылтыратып белешегеҙ. Аҡса күсерергә ашыҡмағыҙ! 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас