Республиканың эске эштәр ведомстволарының дежур частарына мутлашыу тураһында 5 хәбәр килгән.
Яңауыл районында йәшәгән 50 йәшлек ҡатынға мессенджер аша билдәһеҙ әҙәм шылтыратып, үҙен финанс аналитигы тип таныштырған һәм өҫтәмә килем тәҡдим иткән. Идея аҡса һалып, аҙаҡ яҡшы килем алыуҙан ғибәрәт була. Ҡатын был тәҡдим менән ҡыҙыҡһына һәм, мутлашыусыға ышанып, 2,5 миллиондан ашыу кредит аҡсаһын инвестициялай. Һуңғы аҡсаһын һалыу менән брокер юҡ була. Бәхетһеҙ инвестор үҙенең алданыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Тағы ла бер мутлашыу осрағы Бәләбәй районында йәшәүсе 65 йәшлек ҡатын менән булған. Пенсионерға "элекке етәксе"нән хәбәр килә. "Етәксе" тиҙҙән хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡатын менән бәйләнешкә инеп, уның банк иҫәбенән аҡса урлаған енәйәтселәрҙе табырға ярҙам итәсәк, тип белдерә. Тиҙҙән, ысынлап та, ялған хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре шылтырата, муттарҙың иҫәптәге аҡсаны урларға маташыуына ышандыра. Мәсьәләне хәл итеү өсөн “белгестәр” пенсионерҙы шәхси тупланмаһын банктан алып, "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндергән. Дөйөм алғанда, граждан мутлашыусыларға 600 мең һумдан ашыу аҡса күсергән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: Хөрмәтле граждандар! Һеҙгә шылтыратҡан "белгестәргә" ышанмағыҙ. Ойошма хеҙмәткәрҙәре клиенттар менән мессенджерҙар аша бәйләнешкә инмәй. Бер ҡасан да сит кешеләргә ситтән экран менән идара итеү функцияһы аша мобиль ҡоролмағыҙға инеү мөмкинлеген бирмәгеҙ! Уяу булығыҙ! Оло йәштәге туғандарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы был мутлашыу схемаһы тураһында иҫкәртегеҙ!
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.