Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Март 2025, 07:10

30 йыл саф ниәттәр менән

Учалынан Александр Литягин  "Батша ауылы" биҫтәһендәге йорто янында урманды утыҙ йылдан ашыу сүп-сарҙан таҙарта. Ә барыһы ла бәшмәк йыйыуҙан башланған.

30 йыл саф ниәттәр менән30 йыл саф ниәттәр менән
30 йыл саф ниәттәр менән

- 1995 йылда яңы йортҡа күскәс, - тип һөйләй Александр Павлович, - шуны аңланым: Батша ауылы эргәһендәге бөтә нәмә - минең яуаплылыҡ зонаһы. Әгәр ҙә сүп-сарҙы йыймаһам, урман да, баҡса ла бысраҡҡа батасаҡ, ел уны беҙҙең урамдарға алып киләсәк.

Йылына ике тапҡыр ул урманда генераль йыйыштырыу үткәрә. Тәүге тапҡыр юлдар ҡарҙан әрселгәндә, икенсеһендә - беренсе ҡаты һыуыҡтарҙан алда. Яҙ һәм көҙ арауығында даими санитар обходтар үткәрә, бәшмәк йыйыуға тиклем ул идеаль тәртип урынлаштырырға тырыша.

- Оҙаҡ ваҡыт май заводы тирәһендә ерҙе таҙартманым. Күпме сүп-сар ятҡанын күрҙем, ныҡ бошондом, әммә үҙемде тыйҙым: "Быларҙың бөтәһенә лә һинең бер үҙеңдең хәлеңдән килмәйәсәк. Ахырҙа, йөрәк түҙмәне. Дүрт йыл йыйып, йыйып, сығарып түгә алмай, прицепҡа тейәй башлағайным, яныма кешеләр килеп, әрләп ташланылар, йәнәһе лә, ниңә үҙеңдең сүп-сарҙы сығараһың. Ҡыуандым уларға, сөнки уларҙың да йәне минең кеүек үк һыҙлай, тик минең менән бергә сүп-сарҙы йыйырға ваҡыттары ғына юҡ, - ти Александр Павлович.

Урманды сүп-сарҙан таҙартҡанда, үҙе һәм ғаиләһе өсөн тырышыуын таный. Был маршруттарҙан тормош иптәше Вера Александровна менән күршеһе Любовь Ивановна Кремлева ла йөрөй бит, ә Александр Павлович уларҙың бысраҡлыҡты күреп, борсолоуҙарын, көйөүҙәрен теләмәй.

Һуңғы йылдарҙа уның күңеле төшә башлаған, сөнки ул күпме генә таҙартмаһын, барыбер урманды сүплеккә әйләндереүселәр бихисап.

- Ҡышҡыһын өйҙән сығып китәһең, саф күңел менән таҙа ҡар өҫтөндә йөрөйһөң, ә яҙын, ҡар иреү менән, тәбиғәтте тағы ла бысраҡҡа батырыуҙарын күрәһең. Ни эшләргә? Шул уҡ рух менән дауам итергә, - тип ҡулдарын йәйә Александр Павлович, - һәм минең кеүек сүплектә йәшәргә теләмәгәндәргә рәхмәт әйтергә онотмаҫҡа.

Любовь Ивановна Кремлева урмандың артҡы өлөшөн таҙарта, Евгений Максименко балалары менән үҙенең йәйәү йөрөү маршрутын төҙөй һәм уны ла таҙалыҡтатота. Ҡала хужалығы бүлеге начальнигы Гүзәл Вәлитова әйтеүенсә, шәхси торлаҡ төҙөлөшө микрорайондары тирәһендә үҙ теләге менән таҙалыҡ һаҡлаусылар бик аҙ, ә утыҙ йыл буйына сүп-сарҙы даими йыйыу - башҡалар ҡабатлай алмаҫлыҡ өлгөлөр ҙә. Әгәр арабыҙҙа шундай кешеләр күберәк булһа, рудник паркы, саңғы-роллер трассаһы сүплеккә әйләндерелмәҫ ине. Ҡала халҡының аңына барып етә алмау сәбәпле, хакимиәт коллективы йыл һайын иҫке зыярат территорияһында тәртип урынлаштыра, гараждар тирәһен, яр буйындағы быуаны, Тыныслыҡ урамы артындағы төп йәйәүлеләр маршрутын йыйыштыра. Ни өсөн тигән һорауға уларҙың һәр береһенең яуаптары Александр Литягиндыҡы кеүек: "Әгәр мин түгел икән, кем?"

Авторы: Мәүлиә Рәхимова.

Фото: https://uchalinka.com/articles/obshchestvo/2025-02-28/30-let-s-chistymi-namereniyami-4140606

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас