Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2025, 06:00

Ни өсөн алюмин зарарлы?

Был һауытта ризыҡ әҙерләү һаулыҡҡа зыян килтерә.

Ни өсөн алюмин зарарлы?Ни өсөн алюмин зарарлы?
Ни өсөн алюмин зарарлы?

Алюмин  һауытта ризыҡ тиҙ бешә. Әммә бындай табаларҙа, кәстрүлдәрҙә аҙыҡ әҙерләмәгеҙ. Был металл   йылынған ваҡытта зарарлы матдәләр бүлеп сығара һәм улар аҙыҡта тороп ҡала. Шулай уҡ бешергәндә аҙыҡтағы С витамины тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға. Алюминға һөт, ҡатыҡ һалып оҙаҡ тотһағыҙ ҙа ул реакцияға инә. Кеше организмына тәүлегенә 50 мг-нан артыҡ  алюмин эләгеүе зарарлы. Ул хәтерҙе насарайта, нерв системаһын зарарлай, яман шеш сирҙәрен килтереп сығара. Альцгеймер ауырыуына сәсбәпсе булыуы мөмкин.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас