Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2025, 13:00

Ҡамыр эсендә банан

Һыйланып алайыҡ.

Ҡамыр эсендә бананҠамыр эсендә банан
Ҡамыр эсендә банан

 

4-5 банан, 100 мл һөт, 5 – 6  ҡалаҡ он, 1 йомортҡа, 1 ҡалаҡ шәкәр, тоҙ, аш һеркәһендә һүндерелгән сода, көнбағыш майы кәрәк.

Һөткә  йомортҡа , шәкәр, сода, он һалып туҡырға, он ҡушып шыйыҡ ҡамыр эшләргә лә, бананды түңәрәкләп эшләп, ошо клярҙа манырға . Һуңынан ҡыҙған майҙа бешереп алырға. Сәйгә бик тәмле ризыҡ килеп сыға.

 

 

Фото: fotostrana.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас