Өфөнән 40 йәшлек ҡатын табиптарға ғәҙәти булмаған симптомдар менән мөрәжәғәт итә. Ул һул күҙенең аҫҡы өлөшөндә сәйер тығыҙланыу барлыҡҡа килеүен әйтә.
Тикшереү ваҡытында табиптар тире аҫтының тигеҙ булмауын асыҡлай, шуға күрә пациенттың паразит йоҡтороуы шик аҫтына алына. Офтальмологтар диагнозды раҫлай һәм операция яһау тураһында ҡарар ҡабул итә. Ҡатындың күҙенән 15 сантиметрлыҡ селәүсенде сығаралар.
Был ғәҙәти булмаған осраҡ тураһында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш офтальмологы Светлана Зәйнуллина һөйләгән.
Пациентҡа дирофиляриоз паразит ауырыуы диагнозы ҡуйыла. Ул йыш ҡына йорт хайуандарына, мәҫәлән, эттәргә һәм бесәйҙәргә йоға. Әммә, практика күрһәтеүенсә, серәкәйҙәр, ләпәктәр, себендәр һәм башҡа ҡан һуҙыусы бөжәктәр кеше өсөн дә паразит таратыусы була ала. Тешләгәндә бөжәк инвазион личинка ҡалдыра, ул артабан организм туҡымаларында үҫешә башлай. Был ауырыуҙы пациенттар сит илгә сәйәхәт иткәндә йоҡтороп алып ҡайталар. Әммә пациент ситтә йөрөмәгән. Тимәк, беҙҙә лә йоҡороу ихтималлығы ҙур.
Әле ҡатын паразиттарҙан дауаланыу курсы үтә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.