Әхирәте арҡаһында бәләгә тарыған ҡыҙ полицияға ғариза яҙған.
Уның әхирәте интернеттағы вакансия иғланына яуап бирә һәм уға билдәһеҙ кеше шылтыратып, биржала аҡса эшләргә тәҡдим итә. Ҡыҙ ризалаша. Аҙаҡ табышты алыр өсөн ул әхирәтенә мөрәжәғәт итеп, уны ярҙам итергә күндергәс, улар бергә "финанс бүлегенең" ялған менеджеры менән бәйләнешкә инә, ул ҡыҙҙарҙы ялған техник белгес менән бәйләй. Аҡсаны сығарырға ярҙам итергә тейеш булған билдәһеҙ кеше ҡыҙға гаджеттың экранын күрһәтергә, уның күрһәтмәләренә буйһонорға ҡуша. Аферист етәкселегендә ҡыҙ ғариза биреүсе исеменән "халыҡ-ара валюта түләүен" рәсмиләштереүгә ғариза яҙа. Һуңынан ул үҙе телефон экраны демонстрацияһын башларға тейеш була. Мутлашыусы уға, "дуҫтар араһында дөрөҫ финанс әйләнеше булһын өсөн", кредиттарҙан баш тартырға кәрәк, ти. Ошо һылтау менән ғариза биреүсе үҙ исеменә 500 мең һумлыҡ кредит ала. Артабан кредит аҡсаһын әхирәтенең иҫәбенә күсерә, ә ул - муттар әйткән иҫәпкә.
Икенсе көндө лә мутлашыусылар ҡыҙҙарҙы алдауын дауам итә.
Ғариза биреүсе банктың ҡушымтаһында кредитты ябыу өсөн түләүҙе күрә. Әммә мутлашыусы уны, ваҡытынан алда түләп бөткәс, кредит ябыласаҡ, тип ышандыра. Бының өсөн уға икенсе банкта рефинанслау кредитын алырға кәрәк, тип аңлата. Был юлы кредит суммаһы 600 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Кредит аҡсаһының төп өлөшөн ҡыҙ тағы әхирәтенә күсерә, ә ул тағы ла енәйәтселәргә ебәрә.
Бында тағы ла бер "финанс проблема" барлыҡҡа килә. Мутлашыусылар ғариза биреүсенең кредит картаһынан аҡса алып, уны әхирәтенең иҫәбенә күсерергә тәҡдим итә. Артабан мутлашыусылар "һалым кодексы"н көтөп торорға ҡуша, ул, йәнәһе, әхирәтенә киләсәк. Әммә хата арҡаһына кодты ебәреп булмай, тип, аферист уйлап сығарылған "проблеманы" хәл итеүҙең ике вариантын тәҡдим итә: бенефициарҙың яңы ышаныслы кешеһен табыу йәки иҫәпте яңынан тулыландырыу.
Икенсе көндө ғариза биреүсе үҙенең һәм әхирәтенең алдаҡ ҡорбаны булыуҙарын аңлай һәм үҙенең иҫәптәрен ябып ҡуя.
Шулайтып ярҙамсыл ҡыҙ бер миллион һумдан ашыу суммаға кредит йөкләмәләре менән тороп ҡалған.
Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.