«Был темаға күпме яҙмаҫҡа тырышһам да, кисәге ваҡиғанан һуң ҡулыма ҡәләм алмайынса булдыра алманым. Һүҙ йәш, өмөтлө йырсыбыҙ Арыҫлан Тимеров хаҡында булыр. Яңыраҡ ул махсус хәрби операция зонаһына барып, яугирҙарыбыҙ алдында сығыш яһап ҡайтты. Һәм бер социаль селтәрҙә уның өҫтөнә бысраҡ өйөү башланды. «Ә һин әлеге ваҡытта зинданда ултырған егеттәр алдында ни эшләп сығыш яһамайһың?», - тигән һорау биреп, ҡоҙғон кеүек Арыҫланды өҙгөләргә тотондо милләттәштәрем. Милләттәштәрем, тип яҙыуы ла уңайһыҙ башҡортто бүлгеләргә теләгән әҙәмдәр хаҡында. «Ә һиңә Хәбиров күпме аҡса түләне?» - тигәнерәк мәғәнәһеҙ һорау биреүселәр ҙә осрай улар араһында.
«Улай шәп булғас, ниңә үҙегеҙ бармайһығыҙ МХО-ла хеҙмәт иткән егеттәребеҙ янына?» - тип һорағым килә ундайҙарҙан.
Беҙгә, журналистарға ла ул яҡтарҙа булырға тура килде, Һәм тағы барабыҙ әле. Әгәр һин ҡурҡаҡ икән, әллә күпме аҡса түләһәләр ҙә унда бармаясаҡһың, шулаймы? Беҙҙең бурысыбыҙ – батыр яугирҙарыбыҙҙың рухын күтәреү, уларҙың ҡаһарманлығы хаҡында тарихҡа яҙып ҡалдырыу. Һәм беҙ яҙҙыҡ. Һәм тағы яҙасаҡбыҙ. Күңел ятмаһа, теләк булмаһа, берәү ҙә беҙҙе, журналистарҙы, ундай ергә көсләп ебәрә алмай.
Ошо урында былтыр булған Баймаҡ ваҡиғаларына ла ҡағылмайынса булдыра алмайым. Моғайын, барығыҙ ҙа социаль селтәрҙәр аша таралған, быйыл төшөрөлгән телефильмды ҡарағандыр. Ана шунда ла бит өйөр менән милицияға ташлана егеттәребеҙ. Һуң, шул ваҡытта үҙҙәрен милли герой тип тойоп, халыҡты Баймаҡҡа ҡотортоп алып барыусылар башҡорт хаҡында уйландымы икән? Халҡымдың киләсәге хаҡында? Эҙемтәләре хаҡында? Илдә махсус хәрби операция иғлан ителгән мәлдә, ҡайҙалыр егеттәребеҙ ҡан ҡойғанда милицияға ҡаршы боҙ киҫәктәре бәреп, күҫәк күтәреп сығып, күпкә өлгәштегеҙме? Эйе, күпкә. Хәҙер зинданда ултырған егеттәребеҙ алдында үҙегеҙҙе саҡ ҡына булһа ла ғәйепле тояһығыҙмы икән? Юҡтыр. Һеҙгә ялған исем артына йәшеренеп, халыҡты ҡотортоп ятыуы ҡыҙығыраҡ. Ярай, Баймаҡта милиция хеҙмәткәрҙәре түҙҙе, ут асманы. Ә илебеҙҙәге әлеге ваҡиғалар барған ваҡытта улар ут асһа ла хаҡлы була ине бит. Ҡорал бар.
Йәшерен-батырыны юҡ, бөгөн зинданда хөкөм көтөүселәр араһында минең яҡташтарым, таныштарым бар. 90-сы йылдарҙа улар менән суверенитет, башҡорт теленә дәүләт статусы, республикабыҙға президент даулап, бергә урамға сыҡтыҡ, парламентарийҙарға йомортҡа ла бәрҙек, Өфө урамдарын тултырып демонстрацияла ла йөрөнөк. Рәсүл Арыҫлановтың әләмде алып ташлауының шаһиты булдыҡ, Салауат Юлаев майҙанында аслыҡ иғлан иткән егеттәребеҙҙе төндәр буйы һаҡлап ултырҙыҡ. Тик ул ваҡытта заманы икенсерәк ине шул.
Тап былтыр Баймаҡҡа саҡырыусы ҡоҙғондар бөгөн йәш талантыбыҙҙы өҙгөләй. Ә һеҙ үҙегеҙ башҡорт өсөн нимә эшләнегеҙ? Кемдәндер ғәйеп эҙләгәнсе, үҙегеҙҙең артығыҙҙы һәрмәп ҡарағыҙ.
Арыҫлан мыртый, бөгөн һине тик торғандан рәнйеттеләр. Һин бирешмә, ныҡ бул! Бөгөнгө ваҡиғалар һине ныҡлыҡҡа һынай. Халыҡ талантыңды ярата, хөрмәт итә. Ә үҙен башҡорт тип һанаған кеше, әлегеләй бысраҡ комментарий яҙып, үҙ башҡортон батырмай ул.
”Булыр илдең балаһы бер-береһенә, батыр тиер, бөлөр илдең балаһы, бер-береһенә бахыр тиер,” – тигән мәҡәлде онотмһаҡ ине.
P.S. Комментарийҙарҙы бикләмәйем. Тик яҙыр булһағыҙ, үҙ исемегеҙҙән яҙығыҙ», – ти Артур Хәсән улы Дәүләтбәков.
Етәксебеҙҙең төплө фекеренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Ә Арыҫланға бирешмәүен һәм яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ.