Эҙләүгә шунда уҡ Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары йүнәлә. Бәхеткә күрә, ҡатын, ныҡ өшөһә лә, тере килеш, шул уҡ баҡсаларҙағы бер баҡса өйөндә табыла. Ҡотҡарыусылар уны полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.
Урманда юғалһа, уны шүрәле аҙаштырған тиер инең, ә баҡсаларҙа кем юлын яҙлыҡтырып йөрөткәндер инде...
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001799078240