Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2025, 10:30

Атаҡ! Өләсәй әйтмешләй, әпәт байытҡандар мәлғүндәрҙе!

Оло йәштәге күрше өләсәй генә түгел, беҙ ҙә, күпме алданырға була, тип шаҡ ҡатабыҙ... Бер тәүлектә мутлашыусылар республика халҡынан 13 миллион һум самаһы аҡса урлаған!

Атаҡ! Өләсәй әйтмешләй, әпәт байытҡандар мәлғүндәрҙе!Атаҡ! Өләсәй әйтмешләй, әпәт байытҡандар мәлғүндәрҙе!
Атаҡ! Өләсәй әйтмешләй, әпәт байытҡандар мәлғүндәрҙе!

Мутлашыусылар билдәле алдау схемалары буйынса эшләй, әммә граждандар һаман уларға ышана.

Көн һайын республика полицияһына ялған инвесторҙарҙың хәйләләренә эләккән граждандар мөрәжәғәт итә. Тиҙ табыш алыуҙың ҡыҙыҡтырғыс тәҡдимдәре финанс проблемаларға килтерә.

Өфөлә автозапчастар магазины администраторы булып эшләгән ҡатын мессенджерҙа инвестиция буйынса ялған белгестәр менән таныша. "Тиҙ табыш" һылтауы менән ул 1,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта, шуларҙың 1,3 миллион һумдан ашыуы - кредит аҡсаһы.

Тағы ла бер киң таралған мутлыҡ схемаһы булып аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсереү тора. Мәсәғүт ауылынан пенсионер шулайтып 1,1 миллион һум шәхси аҡсаһын юғалтҡан.

Ә бына Межгорье ҡалаһында йәшәүсе ир электр счетчигын алмаштырырға тәҡдим иткән ялған "Энергосбыт" хеҙмәткәрҙәренә ышанып, уларға телефонына килгән кодты әйтә. Артабан ирҙе нисек кенә алдамайҙар! Муттарҙың йоғонтоһона бирелгән ир тәүҙә уларға 6 миллион һум күләмендә тупланмаһын күсерә, аҙаҡ автомобилен һатып, тағы ла 1,6 миллион һумдан ашыу аҡсаны ебәрә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы сираттағы тапҡыр иҫкә төшөрә: таныш булмаған кешеләр менән, үҙҙәрен кем генә итеп танытһалар ҙа, һөйләшмәгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ - смс-хәбәрҙәрҙән кодты бер кемгә лә бирергә ярамай! Әгәр һеҙҙән сит кешенең иҫәбенә аҡса күсереүҙе һораһалар, шунда уҡ һөйләшеүҙе өҙөгөҙ. "Хәүефһеҙ", "резерв" иҫәптәр юҡ! Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Кисә муттарҙан алданған ир 7 миллион һумдан ашыу аҡсаһын уларға "инвестициялаған": https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-02-27/bashyn-tash-a-b-rerlek-h-ld-4137962

Әйткәндәй, стипендияны ла ҡайтанан иҫәпләү булмаясаҡ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-02-27/stipendiyany-aytanan-i-pl-bulmayasa-4138988

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас