Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2025, 18:52

Танышына барып, туҡмалып ҡайтҡан

Танышынан түгел, ә уның күршеһенән.

Танышына барып, туҡмалып ҡайтҡанТанышына барып, туҡмалып ҡайтҡан
Танышына барып, туҡмалып ҡайтҡан

Октябрьский ҡалаһында эсеп алйыған 36 йәшлек ир фатирҙан сыға ла, күршеләренең ишеген дөбөрләтергә тотона. Шул мәлдә 56 йәшлек ҡатын үҙенең танышына килә. Танышының ишеген емерә яҙып туҡылдатҡан, ҡысҡырған иргә аптырай. Ул бер һүҙ ҙә әйтергә өлгөрмәй, ир үҙенең ярһыуын уға йүнәлтә - енләнеп һөрәнләп, ҡатынға һөжүм итә.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенә Кортунов урамында билдәһеҙ ирҙең бөтә подъезға ҡысҡырып, ҡатынды туҡмауы тураһында мәғлүмәт килеү менән урынға барып еткән полицейскийҙар ғәйепләнеүсене асыҡлай һәм уны ҡулға ала. Элек хөкөм ителгән 36 йәшлек ир иҫерек хәлдә була.

Ул ҡылған ғәмәлен таный. Хулиганлыҡ факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Тән йәрәхәтенең ауырлығын билдәләү өсөн ҡатынға суд-медицина экспертизаһы үтеүгә йүнәлтмә бирелгән. Уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас