Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2025, 06:39

Сирҙән һаҡланыу еңелерәк...

Башҡортостанда профилактика, диагностика, дауалау буйынса яңы алымдар әүҙем индерелә. Халыҡтың һаулығын һаҡлау өсөн яңы технологиялар үҙләштерелә. Белеүегеҙсә, быйылдан Рәсәйҙә "Оҙайлы әүҙем тормош" милли проекты ғәмәлгә ашырыла башланы. Ул - "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының дауамы.

Сирҙән һаҡланыу еңелерәк...Сирҙән һаҡланыу еңелерәк...
Сирҙән һаҡланыу еңелерәк...
Былтыр айырыуса өлкән быуынға диспансер тикшереү үткәреүгә ҙур иғтибар бирелгән. Унда 73 медицина ойошмаһы ҡатнашҡан, 30 мобиль бригада төҙөлгән.
Барлығы 1 878 087 кеше табиптарҙа тикшереү үткән. Быйыл да ошондай эш дауам итәсәк. Башҡортостанда сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм социаль-әһәмиәтле ауырыуҙарҙы иртәрәк асыҡлау өсөн "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы ла ойошторолған.
 
Фото: Министерство здравоохранения Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас