Унда Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Рөстәм Нәбиуллин, Башҡортостандың Спорт министрлығының бүлек начальнигы Андрей Григорьев, “Хеҙмәт резервтары” Бөтә Рәсәй спорт-физкультура йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Сергей Медведев, “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бүлек начальнигы Лена Әхмәтова ҡатнашты.
Улар республика предприятиеларында корпоротив спорттың әүҙемләшеүе, спорт клубтары булдырылыуы, шулай уҡ 2024 йылда үткән “Хеҙмәт резевтары” спартакиадаһының йомғаҡтары менән таныштырҙы. Спикерҙар билдәләүенсә, корпоратив спорт хеҙмәт һөҙөмтәлелеген үҫтереүгә булышлыҡ итә. Әлбиттә, ул ғына ла түгел, спорт – ул сәләмәтлек нигеҙе, тимәк, хеҙмәт кешеһенең һаулығын нығытыуға ла ярҙам итә.
Республикала «Хеҙмәт резервтары» Бөтә Рәсәй спорт-физкультура йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенең булдырылыуына өс йыл. Был ойошма тарафынан хеҙмәт кешеһен әүҙем спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү буйынса планға ярашлы эш алып барыла. Төрлө спорт саралары ойошторола, физкультура-спорт клубтары асыла. “Хеҙмәт резервтары” йәмғиәтенең төбәкә бүлексәһе рәйесе Сергей Медведев әйтеүенсә, әле предприятиеларҙа гимнастикалар үткәрелә башлаған.
БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновцтялар министрлығы ярҙамы менән физкультура-спорт клубтарын ойоштороу һәм үҫтереү буйынса ҙур эш алып барыла. 2024 йылда ғына республикала 25 яңы физкультура-спорт клубы төҙөлгән.
“Хеҙмәт резервтары” спартакиадаһының тәүге миҙгеле 2024 йылдың 30 мартынан 15 июнгә тиклем дауам итте. Биш этаптан торған ярыштарҙа республиканың алдынғы предприятиеларынан 15 хеҙмәт коллективынан 2500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар фөҙөү, шашка, шахмат, дартс, еңел атлетика, баскетбол, футбол, волейбол, бильярд, гир күтәреү, керлинг, конькиҙа шыуыу, канат тартыу кеүек спорт төрҙәрендә көс һынашты. Был ярыштарҙа еңеү яулаған “Өфө моторҙар эшләү пберкмәһе” командаһы Калиниградта “Хеҙмәт резервтары” Бөтә Рәсәй йәйге корпоротив фестивалдә ҡатнашты.
Быйыл “Хеҙмәт резервтары” спартакиадаһы 1 мартта старт ала һәм 17 майға тиклем дауам итә. Ул дүрт этапта, 30 иң популяр спорт төрө буйынса үтә. Унда республиканың төп предприятиеларының командалары ҡатнаша. Тәүге этабында командалар 8 спорт төрө буйынса ярыша: йөҙөү, шашка, шахмат, нард, дартс, пневматик мылтыҡтан атыу, баскетбол һәм волейбол. Ярыштар баш ҡаланың иң яңы спорт комплекстарында ойошторола.
Фото: Автор фотоһын.