Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2025, 18:40

Ҡотҡарыусылар ярҙам итергә һәр саҡ әҙер!

Бөгөн көндөҙ Баймаҡ районында, Баймаҡ-Сәрмән трассаһының 27-се саҡрымында, автомобиль янып киткән.

Ҡотҡарыусылар ярҙам итергә һәр саҡ әҙер!Ҡотҡарыусылар ярҙам итергә һәр саҡ әҙер!
Ҡотҡарыусылар ярҙам итергә һәр саҡ әҙер!

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғын һүндереү подразделениелары шунда уҡ ярҙамға килеп етә, бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ.

Шулай уҡ бөгөн кис Өфө-Белорет-Магнитогорск автомобиль юлының 252-се километрында, Белорет районы Абҙаҡ ауылы менән Әбйәлил районы Мораҡай ауылы араһында, "Chevrolet Niva" һәм "Geely Сoolray" еңел автомобилдәре бәрелешкән. Ваҡиға урынына тиҙ арала Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре барып, автомобилдәрҙең аккумуляторҙарын ысҡындыра, зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтә (зыян күреүселәр дауаханаға ятыуҙан баш тарта). Аварияның сәбәптәре асыҡлана.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001799078240

Ҡотҡарыусылар ярҙам итергә һәр саҡ әҙер!
Ҡотҡарыусылар ярҙам итергә һәр саҡ әҙер!
Ҡотҡарыусылар ярҙам итергә һәр саҡ әҙер!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас