Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2025, 14:44

Ихтирам итергә кәрәк

Өфөнөң Киров районы судында власҡа һәм йәмғиәткә ихтирамһыҙлыҡ күрһәтеүсе интернет баҫма етәксеһенә ҡарата сираттағы суд ултырышы үтте. Был турала "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Ихтирам итергә кәрәкИхтирам итергә кәрәк
Ихтирам итергә кәрәк
Һүҙ "Пруфы" етәксеһе тураһында бара. Мәғлүмәт агентлығының рәсми сайтында яҙыуҙарынса, суд ҡарары шундай: административ хоҡуҡ боҙоу буйынса 30 мең һум күләмендә штраф түләргә. Был ҡарар әлегә законлы көсөнә инмәгән.
"Пруфы" етәксеһенә РФ КоАП-һының 20.1-се статьяһының 3-сө өлөшө ("распространение в информационно-телекоммуникационных сетях, в том числе в сети „Интернет“, информации, выражающей в неприличной форме, которая оскорбляет человеческое достоинство и общественную нравственность, явное неуважение к обществу, государству, официальным государственным символам РФ, Конституции РФ или органам, осуществляющим государственную власть в РФ") буйынса суд булды.

Фото:Кировский районный суд Уфы, Telegram.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас