Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2025, 07:30

Ашығып, ни ҡылдың һин, водитель?!

"Тойота Ленд Крузер" автомобиленең 36 йәшлек водителе кеше ғүмерен ҡыйған...

Ашығып, ни ҡылдың һин, водитель?!Ашығып, ни ҡылдың һин, водитель?!
Ашығып, ни ҡылдың һин, водитель?!

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Илеш районындағы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.

Юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә Баҡалы-Үрге Йәркәй автомобиль юлының 49-сы километрында була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель таныҡлығы булмаған 36 йәшлек водитель "Тойота Ленд Крузер" автомобилендә алдында килгән транспортты уҙып китеп, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға, унда 40 йәшлек ҡатын идара иткән "Деу Матиз" менән маңлайға-маңлай бәрелешә. Шунан һуң "Тойота" 47 йәшлек ҡатын идара иткән "Шевроле Лачетти"ға ла бәрелә.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Деу Матиз" водителе ваҡиға урынында йән бирә, ҡалған ҡатнашыусылар зыян күрмәй. Ваҡиға урынында полиция һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Деталдәр асыҡлана.

Фото: БР ДАИ.

Ашығып, ни ҡылдың һин, водитель?!
Ашығып, ни ҡылдың һин, водитель?!
Ашығып, ни ҡылдың һин, водитель?!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас