Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2025, 13:15

Ҡыйыуҙар ярышы!

Йылайыр районында "Яманташ" экстрим-туры өсөнсөгә үткәрелгән.

Ҡыйыуҙар ярышы!Ҡыйыуҙар ярышы!
Ҡыйыуҙар ярышы!

"Яманташ" экстрим-туры сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға, экстремаль шарттарҙа иҫән ҡалыу күнекмәләрен үҙләштереүгә һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш формалаштырыуға йүнәлтелгән.

Быйыл өс команда ҡатнашырға теләк белдергән. "Яманташ рухы" командаһы составында Фаил Алғушаев һәм Илфат Ҡудашев, шулай уҡ Фидалия Сәйетҡолова көсөн һынаған.

"Башмедь" командаһы составына Аҡъяр егеттәренән Нургиз Бохарбаев, Нил Хунафин һәм Александр Шевченко ингән. 

Быйыл ярыштарҙа тәүге тапҡыр финанс идаралығы белгестәре Наталья Захарова, Юлия Кожевникова һәм Галина Соловованан торған ҡатын-ҡыҙҙар командаһы "Антистресс" ҡатнашҡан.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса "Башмедь" командаһы еңеү яулаған. "Яманташ рухы" көмөш призерҙар. "Антистресс" өсөнсө урында. 

Үҙешмәкәр артистарҙың сығышы ҡатнашыусыларға рухи көс өҫтәне, тип яҙа район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов үҙенең сәхифәһендә.

Фото һәм видео: https://vk.com/wall587737584_13200?z=video587737584_456239272%2Fpl_post_587737584_13200

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас