Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала "Айыҡ водитель" профилактик сараһы дауам итә.
Сара башланғандан алып Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре бөтәһе 137 иҫерек водителде автотранспорт менән идара итеүҙән ситләштергән.
Хөрмәтле водителдәр, иҫерек килеш руль артына ултырыу өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ. Был донъяла иң ҡиммәтлеһе - кеше ғүмере! Бушҡа хәүеф-хәтәргә юлыҡмағыҙ, үҙеңде һәм башҡаларҙы киләсәктән мәхрүм итмәгеҙ!
Фото: БР ДАИ.