Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2025, 13:32

Ут һүндерелгән

Туймазы районының Собханғол ауылында бөгөн биш ҡатлы йорттоң фатирында янғын сыҡҡан. Янғын тураһында сигнал ашығыс хеҙмәттәргә килеү менән ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ебәрелә.

Ут һүндерелгәнУт һүндерелгән
Ут һүндерелгән

Янғын һүндереүселәр 7 кешене, шул иҫәптән 1 баланы саф һауаға сығара. Тағы 30 кеше үҙ аллы эвакуациялана. Шулай уҡ янғын сыҡҡан фатирҙан 40 йәшлек ирҙе ҡотҡаралар. Тәне бешкән ир ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатыла.

Янғын һүндереүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр йәлеп ителә.

Ут тәмәке тартыуҙа һаҡһыҙлыҡ арҡаһында килеп сығыуы ихтимал. Тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001232339306

 

Ут һүндерелгән
Ут һүндерелгән
Ут һүндерелгән
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас