Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2025, 10:58

Таныш булығыҙ: яңы министр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министрын тәғәйенләү тураһындағы указы сыҡты. Тағы бер указ - бығаса министр вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусевтың отставкаһы тураһында.

Таныш булығыҙ: яңы министрТаныш булығыҙ: яңы министр
Таныш булығыҙ: яңы министр

Әйткәндәй Гусев йәмәғәт башланғысында (йәғни, эш хаҡы алмайынса) БР Башлығының бизнес менән стратегик бәйләнеш мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе булып эшләйәсәк.

Ә министр итеп Азат Асҡаров тәғәйенләнде.

Азат Әфтах улы Кушнаренко районының Баҡай ауылында тыуған.

Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисади университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһын тамамлаған.

2004 - 2008 йылдарҙа - БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығында әйҙәүсе белгес. 2008 - 2010 йылдарҙа БР Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм алкоголь продукция әйләнешен һәм сифатын контролләү буйынса идаралыҡта әйүәҙсе һәм баш белгес булып эшләгән.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас