Был хаҡта бөгөн, 24 февралдә, республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр иттеләр. Өлгәре төн Раевканың Киров урамында 26 йәшлек урындағы кеше идара иткән "Ford Mondeo" менән 21 йәшлек егет идара иткән "ВАЗ-2110" бәрелешкән.
Авариянан һуң "Ford" водителе урындан ҡаса, әммә уны табып, ҡулға алалар.
- Ул элек водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән, өҫтәүенә, иҫерек булған, - тип яҙа Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре.
Тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 0,979 алкоголь булыуын күрһәткән тикшереү.
Юл полицияһы мәғлүмәттәре буйынса, ватан автомобиле водителе, Эске эштәр министрлығы институтының курсанты, кисә иртән дауаханала ауыр йәрәхәттәрҙән вафат булған...