Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраля 2025, 13:24

"Металлург" менән ҡыҙыу уйын

Әбйәлил ерендә "Металлург" хоккей клубының билдәле йондоҙҙары менән хоккей матчы үткән.

"Металлург" менән ҡыҙыу уйын"Металлург" менән ҡыҙыу уйын
"Металлург" менән ҡыҙыу уйын

Хәйриә матчын билдәле хоккейсы Егор Яковлев ойоштора. "Металлург" хоккей клубы йондоҙҙары - Сергей Мозякин, Василий Кошечкин, Егор Яковлев, Илья Набоков, Егор Коробкин, Илья Афонин, Кристиан Ленешмидт - Әбйәлилдең йәш хоккейсылары менән уйнай. Районыбыҙҙан 44 балаға - МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына билдәле чемпиондар менән боҙҙа хоккей уйнау мөмкинлеге бирелә.

Бөтә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов сәләмләне, тип яҙа "Әбйәлил" гәзите:

- Хәйриә матчы бик мауыҡтырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ һәм иҫ киткес булды! Әйтергә кәрәк, Үләнде күле янында үткән байрам сараһы ҡатнашыусыларға ғына түгел, бөтә тамашасыларға ла сағыу хистәр, яҡшы кәйеф бүләк итте. Был сараға Әбйәлил районынан 100-ҙән ашыу бала, шул иҫәптән йәш хоккейсылар килде.

Берәүҙәр йондоҙҙар менән хоккей уйнаһа, икенселәре аниматорҙар менән күңел асҡан. Ике тирмәлә бушлай ҡайнар сәй, төрлө тәмле ҡамыр ризыҡтары менән кофе ойошторола. Бөтә йәш хоккейсыларға матчтан һуң иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.

Фото: https://vk.com/abzelil_102

"Металлург" менән ҡыҙыу уйын
"Металлург" менән ҡыҙыу уйын
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас