Конкурста 60-тан ашыу ҡумыҙсы ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнашҡан.
Улар араһында Гран-приға Нәби мәктәбе уҡыусыһы Ғаяз Вәлиев лайыҡ булды, тип хәбәр итә район "Таң" гәзите:
- Конкурс башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыу традицияларын һаҡлау, тергеҙеү һәм артабан үҫтереү, талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәш быуынды башҡорт инструменталь фольклорына ылыҡтырыу, ҡумыҙҙа уйнау һәм өзләү сәнғәтен пропагандалау маҡсатында уҙғарылды.
Фото: Б. Тимерғәлиев.