Башгидромет үҙәге республикала һауа шарттарының ныҡ боҙоласағы хаҡында хәбәр итә. Алдағы көндәрҙә республикала ҡар яуыуы һәм буран сығыуы көтөлә, ә ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы бик түбәнәйәсәк.
Башҡортостандың төньяҡ һәм көньяҡ райондары атмосфера фронтына эләгә.
Республиканың төньяҡ өлөшөндә тәүгеләрҙән булып көн торошо боҙоласаҡ — бөгөн унда бер аҙ ҡар яуа. Төндә һауа температураһы -11, -16, ә айырым райондарҙа -21 градус. Көндөҙгө -3, -8.
Республиканың
көньяҡ өлөшө ҡатмарлыраҡ һауа шарттары йоғонтоһонда буласаҡ. Унда уртаса ҡар яуыуы, буран сығыуы һәм боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел төньяҡ-көнсығыштан. Һауа температураһы төндә -9, -14, көндөҙ -3...-8 градус.
25
февралдә яуым-төшөм кәмей, әммә түбән һауа температура һаҡлана. Синоптиктар урыны менән ҡар яуасағын һәм төньяҡтан уртаса тиҙлектә ел иҫәсәген фаразлай. Төндә термометр бағанаһы -10, -15, аяҙытҡанда -20 градус. Көндөҙ һауа -3,-8 градус.