Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2025, 10:26

Ғаилә менән - оҫтаханаға

Республикабыҙҙың Ҡыйғы районында "Ғаилә оҫтаханаһы" проекты ғәмәлгә ашырыла. Ул - инновацион социаль проекттарҙы һайлап алыу конкурсы еңеүселәре исемлегендә.

Ғаилә менән - оҫтаханағаҒаилә менән - оҫтаханаға
Ғаилә менән - оҫтаханаға

Был конкурс ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды тарафынан ойошторолған. Шулай уҡ "Ғаилә" милли проекты маҡсаттарына тура килә.

"Ғаилә оҫтаханаһы" проектында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре бергә ҡул эштәренә өйрәнә. Әйткәндәй, оҫтахана Ғаилә хеҙмәте базаһында урынлашҡан. Унда белгестәр һәм эшҡыуарҙар әүҙем ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, тегенселек серҙәренә өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үткән.

Был проект оҫтарыу ғына түгел, ә хобби менән шөғөлләнеү, үҙеңде һынап ҡарау, күрһәтеү мөмкинлеге лә. Өҫтәүенә, бында өйрәнгән белем, һөнәр ғаиләгә килем килтереү өсөн дә ҡулай буласаҡ.

Фото: Администрация муниципального района Кигинский район Республики Башкортостан.

Ғаилә менән - оҫтаханаға
Ғаилә менән - оҫтаханаға
Ғаилә менән - оҫтаханаға
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас