Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2025, 10:49

6 миллион һумдан ашыу килем ҡайҙан икән?!

Бәләбәйҙә суд прокуратураның эске эштәр органының элекке хеҙмәткәрен ышанысты юғалтыуға бәйле эштән бушатыу тураһындағы дәғүәһен ҡәнәғәтләндергән.

6 миллион һумдан ашыу килем ҡайҙан икән?!6 миллион һумдан ашыу килем ҡайҙан икән?!
6 миллион һумдан ашыу килем ҡайҙан икән?!

Бәләбәй район-ара прокуратураһы коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшергән.

Автоинспекцияның урындағы бүлексәһе инспекторы 2022-2023 йылдарҙағы килеме, мөлкәте һәм мөлкәти характерҙағы йөкләмәләре тураһында мәғлүмәт биргәндә 6 миллион һумдан ашыу аҡса алыуы, шулай уҡ бәлиғ булмаған ҡыҙының 450 мең һумдан ашыу аҡсаһы ингән банк иҫәбе тураһында мәғлүмәтте йәшергән. Коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоуға ҡарамаҫтан, ҡатын полиция хеҙмәткәре намыҫын хурлаған ғәмәл ҡылыу сәбәпле эштән бушатыла. Бының менән ризалашмайынса, прокурор судҡа мөрәжәғәт итә, унда эштән бушатыуҙың нигеҙен һәм формулировкаһын ышанысты юғалтыуға үҙгәртеүҙе талап итә. Суд прокуратураның дәлилдәрен нигеҙле тип таба һәм уларҙы ҡәнәғәтләндерә.

Ә ябай автоинспекторҙа унсама килем ҡайҙан - был билдәһеҙ... 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас