"Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!
Был байрам беҙҙең илдә һәр ваҡыт тантаналы рәүештә ата-бабаларыбыҙ еңеүҙәренә һәм хәрби батырлыҡтарына халыҡтың сикһеҙ хөрмәте символы булараҡ билдәләнә. Ватанға бирелеп хеҙмәт итеү, Ватанға ихлас һөйөү тарихи традициялары араһындағы ошондай өҙөлмәҫ бәйләнеш бөгөн дә дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек, Ватандың азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн ҡыйыу көрәшеүсе Рәсәй яугирҙарын илһамландыра.
Һеҙгә уңыштар, барлыҡ изгелектәр теләйем!
Владимир Путин."
Шулай уҡ ҡотлау сәләмдәрен ил Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтар ҙа юлланы.