Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраля 2025, 05:00

Башҡорт яугирҙәре ҡаһарманлығы хаҡында спектакль сыҡты

"Бер ғүмер етмәй икән" - һәр кем күңеленә илһөйәрлек, ғорурлыҡ, дуҫлыҡ хисе орлоғон һалыр тамаша буласаҡ.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт яугирҙәре ҡаһарманлығы хаҡында спектакль сыҡтыБашҡорт яугирҙәре ҡаһарманлығы хаҡында спектакль сыҡты
Башҡорт яугирҙәре ҡаһарманлығы хаҡында спектакль сыҡты

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә ике көн рәттән ҙур аншлаг менән "Бер ғүмер етмәй икән" спектакленең премьераһы үтте. Уның авторы - яҙыусы, журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мөнир Ҡунафин, режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов, рәссамы - Сулпан Азаматова, музыкаль яҡтан биҙәүсе - Вәсил Ғафаров.

Һуғыш - ул үлем һағалаған, тормош ҡиммәттәрен аңлатҡан оло тормош. Һәр аҙымда дошман ҡоралынан сыҡҡан үлем һағалай. Әммә әжәл һәр кемдең боғаҙынан алғанға тиклем тормош дауам итә - шаяралар, көләләр, ғашиҡ булалар, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа, бәхәстәр ҙә була. Бары тик үлем менән күҙгә күҙ ҡарашҡан мәлдәрҙә генә кеше үҙ ғәмәлдәренә, үткәндәренә һығымта яһай ала, ысын йөҙөн аса, тормош асылын аңлай. Премьера ир-егеттәрҙең батырлығы менән бер рәттән шул турала һөйләй. Спектаклдәге һәр һалдаттың үҙ яҙмышы, тарихы, донъяға ҡарашы бар. Хатта яуға килеү маҡсаттары ла төрлө. Шуға ла тәүҙә йоҙроҡҡа йоҙроҡ килерлек бәхәстәргә аптырарға ла кәрәкмәйҙер. Әммә яу юлы уларҙы айырылмаҫ дуҫтарға, хатта туғандарға әүерелдерә. Улар инде ил яҙмышына ла, үҙ тормошона ла яңы ҡараш менән бағасаҡ ысын ир-егеттәр. Иҫән ҡалғандары, әлбиттә.

Спектакльдә Рәсәй Геройы Илдар Суфийәровтың ҡаһарманлығына (граната алып үҙе менән бергә өс дошманды шартлата), Батырлыҡ ордены кавалеры Фәнис Хөсәйеновтың дошман БТР-н урлап, әсирҙәрҙе алып ҡайтыуына тамаша ҡылырға мөмкин. Шулай уҡ "Хакер", "Тарихсы", "Носорог", "Сәсән", "Малыш" һәм башҡа позывнойлы яугирҙәр менән танышырға була.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова