Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраля 2025, 09:30

Шәкәр нормала булһын өсөн

Башлы һуғандың төнәтмәһе  шәкәр кимәлен нормала тоторға ярҙам итә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Шәкәр нормала булһын өсөнШәкәр нормала булһын өсөн
Шәкәр нормала булһын өсөн

 Уны әҙерләү өсөн 3 кг башлы һуған, 250 мл   һыу кәрәк.

Һуғанды 10 тигеҙ өлөшкә бүлергә. Иртәнсәк бер өлөшөн ваҡлап турап, эмалле кәстрүлгә һалырға һәм өҫтөнә һыу ҡойоп, 8 – 10 минут ҡайнатырға. Уттан алғас, һыуы һарҡытып алып, өс өлөшкә бүлергә һәм көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәәғәт алда эсергә.

10 көн шулай дауаланыу курсы үтергә, ҡабаттан башлар алдынан бер нисә ай ял итеп алырға кәрәк.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина