Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында күренекле ғалимә, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова исемендәге аудитория асылды. Унда профессорҙың тормошо һәм ғилми эшмәкәрлеге тураһында стенд ҡуйылған , кабинет заманса мультимедиа ҡорамалы менән йыһазландырылған.
«Коллегабыҙ, остазыбыҙ тураһында хәтирәләр беҙҙең хәтерҙә мәңге һаҡланасаҡ. Яңы аудитоия уның тураһындағы хәтерҙе яңыртып, рухын балҡытып торһон!» – тине сараға йыйылыусы абруйлы ҡунаҡтар, ғалимәнең хеҙмәттәштәре, студенттары.
Халҡыбыҙға бай ғилми мираҫ ҡалдырған, республикала билдәле йәмәғәт эшмәкәре булған ғалимә БДПУ-ла башҡорт филологияһы факультетын ойоштороусыларҙың береһе булды, Башҡортостандың мәғариф министры булғанда мәктәптәргә милли кадрҙар әҙерләүҙә күп көс һалды.
Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының тыуыуына 75 йыл тулыуға ҡарата «Мәғариф системаһында туған тел, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт: традициялар һәм инновациялар» темаһына фәнни -ғәмәли конференция ла үтте.